Башҡалала боҙло һыу менән тулған соҡорға бала ҡолап төшә. Бәхеткә, малайҙы ҡотҡарып өлгөрәләр. Ваҡиға уҙған йәкшәмбе көнө теркәлә.
Йәкшәмбе көнө Т.Йәнәби урамындағы ташландыҡ бинала урынлашҡан соҡорға 11 йәшлек баланың ҡолап төшөүө хаҡында мәғлүмәт алына. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре барып етә. «112» хеҙмәтенә баланың ҡолауын күреп ҡалған ир хәбәр итә. Ул малайҙы соҡорҙан сығара һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Һөҙөмтәлә, боҙло һыуҙан уҡыусы баланың тәне өшөй.
Билдәләп үтергә кәрәк, был бина шәхси кешегә ҡарай. Биләмәлә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәне өсөн, етәксе полиция хеҙмәткәрҙәре алдында яуап тотасаҡ.




