Башҡортостанда юл ситендә хәтерен юғалтҡан ир табыла

Ҡырмыҫҡалы- Толбазы юлында хәтерен юғалтҡан ирҙе табып алалар. Ул күп һанлы йәрәхәттәр алған. Зыян күреүсе Өфөнөң 21-се һанлы ҡала дауаханаһына урынлаштыралар.

Фото №1 - Башҡортостанда юл ситендә хәтерен юғалтҡан ир табыла

Ирҙең туғандары әйтеүенсә, 30 апрель кис зыян күреүсе таксила Ҡырмыҫҡалы районының Ульяновка ауылына юллана. Такси водителе, ирҙе Булгаково ауылында ҡалдырыуын билдәләй. Туғандары, ирҙе машина бәрҙереп китеүен фаразлай. Зыян күреүсе үҙе бер ниҙә хәтерләмәй.

Был ваҡиға шаһиты булғандарҙы 8 987 483 49 39 (Олеся) телефон һандары буйынса шылтыратыуҙары һорала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ