Өфөлә Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың портретын төҙөкләндерәләр

Муса Гәрәевтың портреты Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы барлыҡҡа килә. Уны Хоҙайбирҙин урамының 4-се йортона урынлаштыралар. Өс йыл ғына үтергә ҡарамаҫтан, портрет яңыртыуға мохтаж.

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, портретҡа ҡар менән ямғырҙың тейеүе фотоһүрәттең тәүге биҙәлешен юя. Урыны менән буяуҙары ҡойолоп төшә. Шуға күрә, портретты яңыртыу тигән ҡарар ҡабул ителә.

Төҙөкләндереү эштәре башланған да инде. Билдәләп үтергә кәрәк, был эште билдәле рассәм, портрет авторы Олег Кайбышев башҡара. Яңыртыу эше 9 майға тамамланасаҡ.