Башҡала урамдарынан йәнә «Үлемһеҙ полк» үтәсәк. Акцияның маҡсаты- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы хәтергә алыу. Сарала ҡатнашыусылар герой-һалдат фотоһүрәттәре менән Ленин майҙанынан үтәсәк.
Һәр теләгән кеше һуғыш ветераны фотоһүрәтен алып килә ала. Акция бишенсе йыл рәттән ойошторола. Йыл һайын был сарала ҡатнашыусылар һаны арта бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда сарала 53 мең кеше ҡатнашты. Башлана 12:00 сәғәттә.




