Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһы ваҡытында юлдарҙы ябасаҡтар

Башҡалала «Үлемһеҙ полк» акцияһы ваҡытында өс урамды ябасаҡтар. «Үлемһеҙ полк» колоннаһы сәғәт ун берҙә Октябрь проспектында йыйыла башлаясаҡ.

Фото №1 - Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһы ваҡытында юлдарҙы ябасаҡтар

«Дәүләт циркы» туҡталышынан алып Шәфиев урамына тиклем уҡыусылар, артабан студенттар, унан һуң-ҡалала йәшәүселәр барасаҡ.

12:00 сәғәттә Тынлыҡ минуты иғлан ителәсәк. Ун биш минуттан һуң “Үлемһеҙ полк” Ленин майҙанына ҡарай юлланасаҡ.

СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Шота Руставели урамына тиклем Октябрь проспектында сәғәт ундан икенә тиклем автомобилдәргә хәрәкәт итеү тыйыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ