4 май республикала һауа шарттарының боҙолоуо көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен йәшнәүе һәм көслө ел хаҡында иҫкәртә. Урында йәшәүселәрҙе уяу булырға саҡыралар.
Республикала урыны менән күк күкрәп, йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал. Ел секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, төндә һауа температураһы +1, +6°.Көндөҙ +9, +14°.
Башҡортостандың көньяғында һауа температураһы 19 градусҡаса йылытасаҡ.
Фото: Интернет




