Иғтибар, һауа торошо боҙола

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә республикала елдең тиҙлеге секундына 22 метрғаса етеүе ихтимал.

Фото №1 - Иғтибар, һауа торошо боҙола

Быға бәйле ҡотҡарыусылар ҡарт ағас, реклама банерҙары, нығытылмаған тимер ҡоролмаларға яҡын бармаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошона килгәндә, иртәгә республикала көн аяҙлы-болотло буласаҡ. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, төнгө сәғәттәрҙә төньяҡ-көнсығыш райондарҙа яуым-төшөмдөң көсәйеүе, күк күкрәүе көтөлә. Төндә 10-15, төньяҡ төбәктәрҙә 5 градус тирәһе йылы, көндөҙ һауа температураһы 9-14, көньяҡ райондарҙа 21 градусҡа тиклем күтәрелә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ