Һаҡ булығыҙ, талпан!

1 май байрамдарынан һуң Өфөнөң гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә талпан ҡаҙалған егерменән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Көн аҙағына табиптар пациенттарҙың һаны йөҙгә етер тип күҙаллай. Талпан һөжүменән нисек һаҡланырға, әгәр ҙә бөжәк тешләгән икән, ниндәй саралар күрергә?

Фото №1 - Һаҡ булығыҙ, талпан!

Иртәнге сәғәт һигеҙ, Өфөнөң гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең ҡабул итеү тәҙрәһенә сират теҙелгән. 1 май байрамдарынан һуң, талпан эләктереүселәр кемуҙарҙан бөжәктәрҙе вирусҡа тикшертергә ашыға. Ғайса Ишморатов талпанды Бөрйән урманында эләктергән, был хаҡта ул ҡапыл башы ауырта башлағас ҡына һиҙеп ҡала.

Ҡайын һыуына тип урманға сыҡҡайным. Ҡапыл башым ауырта башланы. Ҡараһа, беләгемә ҡаҙалған булып сыҡты. Әлбиттә, ҡурҡыттыра, шуға тикшертергә бирҙем. Әммә зарары юҡтыр тип ышанам.

Ғайса Ишморатов

Йылдағыса талпандар яҙғы осорҙа әүҙемләшә. Әммә быйылғы күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда, күпкә әҙерәк. Был күренеште белгестәр һалҡын һауа һауа шарттарына бәйләй. Миҙгел башланғандан алып, үҙәккә 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә уларҙың бишәүһе энцефалит вируслы булыуы асыҡланған.

Ишембай, Шишмә, Өфө райондарынан зарарлы талпан эләктереп килеүселәр булды. Уларға беҙ йүнәлтмә бирәбеҙ, травпунктҡа ебәрәбеҙ. Унда пациенттар бушлай дарыуҙар ала.

Рәзифә Ғәлина, Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәге фельдшер-лаборанты

Энцефалит анализынан тыш, боррелиоз таралыу ҡурҡынысы ихтималлығы ла бар. Шуға ла белгестәр талпандарҙы лаборатор тикшереүҙәргә алып килеү мотлаҡ сара, тип иҫәпләй. Бынан тыш, тәнгә ҡаҙалған талпанды нисек теләй, шулай тартып алыуҙың эҙемтәләре ҡурҡыныс тамамланыуы ихтимал.

Әгәр ҙә талпан ҡаҙалһа, шунда уҡ эргәләге дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Урманда һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы 20 минут һайын тикшереп тороғоҙ.

Шамил Ибраһимов, Башҡортостан гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең лаборатория бүлеге мөдире
Башбат

Иммунологтар әйтеүенсә, әле талпандарға ҡаршы прививка яһатыу ҙа файҙаһыҙ. Сөнки был мәшәҡәттәрҙе миҙгел башланғансы ике аҙна алдан хәстәрләргә кәрәк.

Һауа шарттары яҡшырыу менән талпандар һөжүме күпләп көтөлә, тип иҫкәртә белгестәр. Шунлыҡтан урманға, ял һәм күңел асыу урындарына барғанда асыҡ төҫлө кейем кейергә, өйгә ҡайтҡас тәнде ентекләп ҡарап сығырға кәңәш ителә. Әгәр ҙә үҙегеҙ менән йорт хайуандары алһағыҙ, уларҙы ла тикшереп сығыу зарур.

Талпан тешләүенә борсолоп мөрәжәғәт итеүсе халыҡ ағымын табиптар 9 май байрамдарынан һуң көтә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы белгестәре 15 майға тиклем "ҡыҙыу бәйләнеш" ойоштора. Белгестәргә 8 800 700 90 30 телефон һандары буйынса һорауҙарҙы иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем шылтыратып бирергә мөмкин.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ