Уҙған тәүлектә Башҡортостанда ике йәйәүле тәгәрмәс аҫтында ҡала

Юл- транспорт ваҡиғаларының береһе Архангел - Красноусол юлында теркәлә. 10-сы модель "ВАЗ" автомобиленә идара иткән ир, юл буйынан китеп барған 29 йәшлек егетте бәрҙерә. Зыян күреүсе баш йәрәхәте менән дауаханаға оҙатыла.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда ике йәйәүле тәгәрмәс аҫтында ҡала

Икенсе осраҡта Өфө районында, 9-сы модель "ВАЗ" автомобиле юлды билдәләнмәгән урындан үтеп барыусы ҡатынды төкөтә. 44 йәшлек зыян күреүсе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Ике осраҡта ла йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтары булмаған.

Автор: Таһир Вәхитов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ