Республикала баҫыу эштәре ҡыҙа бара. Әле хужалыҡтарҙа дым ҡаплау, ер эшкәртеү һәм ашлау эштәре бара. Стәрлетамаҡ районы Калинин исемендәге хужалыҡта гәрсис сәсеүгә төшкәндәр.
Баҫыуҙағы механизаторҙар аҙ һүҙле, баш ҡаланан килгән хәбәрселәр менән аралашып бармай. Техникаға күҙ тейеүҙән ҡурҡа. Телевизорҙан күрһәттеләрме машинаның боҙолоуын көт тә тор,- ти улар.30 -сы сәсеү миҙгелен баҫыуҙа ҡаршылаусы Ринат Фәйзуллин ғына ырымға иғтибар итмәй. Эше тураһында аҙ булһа ла ихлас күңелдән һөйләп бирҙе.
Калинин исемендәге хужалыҡта быйыл тәүге тапҡыр гәрсис сәсәләр. Был культура юғары табыш бирә, өҫтәүенә ерҙе лә ашлай. Республикала быйыл шулай уҡ рапс, етен, ноҡот борсағы кеүек культураларға ла сәсеү майҙандары бүленгән.
Калинин исемендәге хужалыҡ ноу тилл технологияһы буйынса эшләй. Баҫыуға сит илдә етештерелгән ҡамыл сәскестәре сыҡҡан. Ер еүешерәк булыу сәбәпле, агрегаттар тығыла. Әммә гәрсисте иртәрәк сәсеп ҡалыу мөһим, ти агрономдар
Хужалыҡта әле дым ҡаплау, күп йыллыҡ үлән һәм ужым баҫыуҙарын ашлау тулыһынса тамамланған. Һауа торошо мөмкинлек тупраҡ өлгөргән осраҡта иртә өлгөрүсе яҙғы культураларҙы сәсеүгә төшәсәкбеҙ ти ауыл эшсәндәре




