Окоп дөрөҫлөгөн яҙыусы

Учалы районында Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын 26 ветеран ҡаршылай. Улар араһында билдәле шәхес, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин да бар. Талха Йомабай улы 17 йәше тулмаҫ элек фронтҡа алына. Ленинград эргәһендә, Карелияла һуғыша. Фашистарҙы баҫтырып Германияға тиклем барып етә. Ул һуғыш хәтирәләренә таянған хикәйәләрен "окоп дөрөҫлөгәнән" сығып яҙа.

Фото №1 - Окоп дөрөҫлөгөн яҙыусы

Ауыр бала саҡ, үҫмер ваҡытында колхоз эшен башҡарыусы, һуңынан ун етеһе лә тулыр-тулмаҫтан Бөйөк Ватан һуғышына илебеҙҙе фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашыу. Һуғыштың да иң ҡыҙыу нөктәләрендә Кенигсбергта, Ленинград өсөн ауыр алыштарҙа ҡатнаша, алғы һыҙыҡта разведкаға йөрөй. Ҡурғаш пуля эләкмәһен өсөн бер уңға, бер һулға йүгереп немец дзоттарына разведка яһай. Һуғыш бер кемде лә аямай, ул бер-нисә тапҡыр яралана. Яу яланынан иҫән-имен сыға. Батырлыҡтары өсөн 1-се дәрәжә "Ватан һуғышы", 2-се дәрәжә "Дан ордендары", "Кенигсбергты алған өсөн" миҙалы менән бүләкләнә.

(ц:Талха Ғиниәтуллин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Учалы

районының почетлы гражданины) “Ураҡтан һуң яланда арыш көлтәләре ята, күргәнегеҙ бармы? Шуның кеүек һалдаттар ҙа ятты. Ҡырылып ҡалдылар... Был Карелияла ине. Кенинсберг һуғышында ла бик күп һалдат үлеп ҡалы”.

"Һөжүм"," Таштар араһында"," Бригада бутҡаһы" һәм башҡа әҫәрҙәре алғы һыҙыҡта һуғышҡан ябай һалдаттың икеләнеүле уй-кисерештәрен, үлемдән ҡурҡыуын һәм үлергә теләмәүен, ҡатыны, балалары янына әйләнеп ҡайтырға теләүен тасуирлай. " Окоп дөрөҫлөгөн" күрһәтеүҙе идеология өлкәһендә эшләүселәр өнәп етмәй. Шуға ла әҫәрҙәре 10-15 йылдан һуң ғына ташҡа баҫтырыла. Яҙыусы шулай уҡ йәмғиәттәге кире күренештәрҙе: эскелекте, наркоманияны, фәхишәлекте фашлап яҙа. Ут һыуҙарҙы кискән уҙаман йәштәрҙе ябай һалдаттар яулап алған тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә, ә һуғыш ветерандарына ышаныслы киләсәк теләй.

“Башҡорт ветерандары араһында минең йәшкә еткәндәр бармы икән? Йөҙгә еткәнсе йәшәгеҙ. Мин бөтәһен дә байрам менән ҡотлайым!”

Талха Ғиниәтуллин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Учалы районының почетлы гражданины

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның әҫәрҙәре бер-нисә тапҡыр юғары дәүләт наградаһы Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителгәндән һуң да, иғтибар бирелмәне. Берҙән -бер тере ҡалған яҙыусы һуғыш ветеранының әҫәрҙәре донъяның 20 теленә тәржемә ителгән. Китаптары Мәскәүҙә, Польшала, Францияла, Чехословакияла, Ҡытайҙа, Америкала ташҡа баҫтырылған. Үҙенең ижадында сал сәсле уҙаман тыуған ерен, ябай кешеләрҙе, яҡташтарын данлай.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ