Бөгөн Рәсәй почтаһы бүлексәләре 9 май уңайынан Рәсәй Президентынан Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәрҙе тәбрикләп ебәргән хаттарҙы тарата башланы. Республикала ҡотлау открыткалары 45 мең тирәһе кешегә тапшырыласаҡ. Почтальондар билдәләүенсә, Еңеү открыткаларын таратыу үҙе бер йылы осрашыуға әйләнә.
Йорт ҡапҡаһын почтальон шаҡыуы Нәжмиә Шәүәли ҡыҙы өсөн һәр ваҡыт тулҡынландырғыс мәл. Үҫмер сағында фронттан туғандарының хәбәренә зарыҡҡан күңеле һәр ваҡыт ниҙер көтөргә күнеккән. Бөйөк Еңеүҙең 73-сө яҙын ҡаршылағанда йылдағыса -дәүләт башлығынан ҡотлау хаты. Әлбиттә, был открытка уның өсөн ябай хат ҡына түгел, ә ауыр бала саҡ, хеҙмәт һәм күҙ йәштәре аша яуланған Еңеү билдәһе. Еңеүселәр быуынының һәр вәкиле кеүек үк ул да сабый сағынан эш менән сыныҡҡан. Ул йылдарҙа күргән-кисергәндәрҙе һөйләһәң, кеше ышанырлыҡ түгел, ти туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған ханым.
Фәрүзә Харис ҡыҙы һуғыш йылдарында Өфөгә эвакуацияланған заводта эшләгән. Буйы станокка етмәгәнлектән, махсус күтәрмә эшләп биргәндәр. Өҫ-баш ҡап-ҡара булып ҡайта инем, тип хәтерләй хеҙмәт ветераны.
Почтальон Надежда Николаевна открытка тапшырып ҡына ҡалмай, ветерандарҙың күҙ йәштәре аша хәтирәләргә бирелеүен дә тыңлай, үҙе һуғыш темаһына йырҙар йырлап ишеттерә.
Башҡортостанда йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгәндәргә быйыл ил президенты открыткаһы 45 меңләп кешегә тапшырыла. Уларҙың 10 меңдән ашыуы Өфөлә йәшәй. Ветеран теркәлгән адресы буйынса йәшәмәһә, ҡотлау открыткаһы Рәсәй почтаһының урындағы бүлексәһендә бер ай һаҡлана. Рәсәй Президенты ҡотлауынан тыш, Башҡортостан ветерандары төбәк башлығының да открыткаларын аласаҡ.




