Йылдағыса, бокс буйынса турнир Бөйөк Еңеүгә арналды. 40-сы тапҡыр уҙғарылған Бөтә Рәсәй бәйгеһендә үҙ көсөн йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы һынап ҡараны.
Утыҙ ике команда спортсылары Башҡортостандың Баймаҡ районынан, Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылғайны. Ярышта балалар, үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, спорт клубтары боксерҙары, ветерандар ҙа үҙ кәүҙә ауырлыҡтары буйынса майҙанға сыҡты. Бокс буйынса турнирҙың финалы 6 майға тәғәйенләнгән.




