100 йыллыҡҡа - 100 объект

Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына Мишкә район үҙәгендә 1988 йылда төҙөлгән иҫке кинотеатр бинаһына капиталь ремонт эшләнә. План буйынса, бер йыл эсендә унда марий тарихи-мәҙәни үҙәген булдырыу күҙаллана. Төҙөлөш эштәре өсөн бюджеттан 53 миллион һум аҡса бүленер тип көтөлә.

Әлеге ваҡытта проект эштәре бара. Урында йәшәүселәр өсөн күп функциялы зал, интерактив музей, марий халҡы тарихын сағылдырған бүлмә, сувенир һәм милли инструменттар эшләү буйынса оҫтахана асыу ҡаралған. Үҙәктә райондың ижади коллективтарына шөғөлләнеү өсөн дә мөмкинлектәр булдырыласаҡ.

Түбәнән һыу ағып, ҡышҡы һыуыҡтарҙа йылытыу системаһы яҡшылап эшләмәһә лә, йыр-бейеү ансамблдәре ижадты туҡтатмаған. Бер йыл элек районда тағы ла бер ҡатын-ҡыҙҙар вокаль коллективы ойошторолған, улар марий халыҡ йырҙарын өйрәнеп, яңы бина төҙөклдәндерелеүен түҙемһеҙләнеп көтә.

“Бында марий халҡының боронғо йолалары һаҡланған. Хатта Марий Элда улар юҡ. Беҙгә марийҙар республикаһынан килеп өйрәнеп китәләр. Был урын марий халҡының мәҙәни үҙәгенә әйләнәсәк”.

Мөнир Нурисламов, Мишкә районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе

Автор: Фәниә Юланова.