Был турала бөгөн Республика Башлығы менән "Внуково" аэропорты етәкселеге араһындағы осрашыу барышында белдерелде. Компания Башҡортостандың баш ҡалаһы менән Дондағы Ростов, Краснодар һәм Симферополь араһында авиабәйләнеште үҫтерергә иҫәп тота.
Рейстар йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Был пассажирҙарға Мәскәү аша осоуҙан арынып, Өфө терминалының клиенттарын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
"Sukhoi superjet 100" самолеттарында тәүге тура рейстар киләһе йыл уҡ оса башлар тип күҙаллана. Пассажир ташыусылар билеттарҙы арзаныраҡ хаҡҡа һатырға вәғәҙәләй.




