Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыуға миллиард ярым һум

Башҡортостанда медицинаны модернизацииялауға быға тиклем булмаған күләмдә аҡса бүленәсәк. Дауаханаларҙы, фельдшер-акушер пункттарын ремонтлау, яңыларын төҙөүҙе иҫәптә тотҡан программа бөгөн Хөкүмәт президиумы ултырышында ҡаралды.

Фото №1 - Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыуға миллиард ярым һум

Тәү сиратта балалар дауаханалары, бала табыу бүлектәрен төҙөкләндереү күҙаллана. Эштәр әле үк башланған да инде. Медицина өлкәһен яңыртыу барышы менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды.

Яңы бала табыу бүлегендә яңы кеше. Инна Сәлихова төҙөкләндерелгән бала ҡарау бүлмәһенең тәүге пациенты. Элеккеһен күреп өлгөрмәнем, әммә дауахананың хәҙерге хәле оҡшай, уңайлыҡтар ҡул аҫтында, биҙәлеш тә кәйефте күтәрә, ти ул.

Яңы тыуған сабыйҙар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылһа ла, әсәләргә бер аҙ түҙергә тура килә. Әле Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһының икенсе өлөшөндә ремонт бара. Палаталар, табип , дауалау бүлмәләре тулыһынса яңыртыла. Һыу, йылы үткәргестәр ҙә алмаштырыла.

“Пациенттарҙа бер аҙ сыҙап торорға тура килә. Йортта ремонт эшләгәндә лә ҡыйынлыҡтар була. Иҙән, түбәне алмаштырҙылар. Диуарҙар матурланып ҡалды”.

Миңлиә Фәттәхова, Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһы табибы

Сиратта ҡыйыҡты алмаштырыу, бинаның тыш яғын яңыртыу. Эштәрҙе 1 ноябргә тиклем тамамлау бурысы тора.

Быйыл ғына өс дауахананы төҙөкләндереүгә биш йөҙ миллион һумға яҡын аҡса бүлеү ҡарала. Тәү сиратта балалар медицинаһы камиллаштырыласаҡ. Был эштәр Владимир Путин иғлан иткән бала саҡ ун йыллығы сиктәрендә башҡарыла. Ә бына республиканың медицина өлкәһен камиллаштырыуға бүлгән аҡсалары байтаҡҡа күберәк. Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, медицинаға бындай күләмдәге сығымдар күптән бүленгәне юҡ ине.

“Ғәҙәттә бындай эшкә 500 миллион һум бүленә торғайны. Быйыл был хаҡ ике тапҡырға күберәк”.

Әнүәр Бакиров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

Ә бына ташламалы дарыуҙар менән хәл киҫкен ҡала. Федераль үҙәктән бушлай медицина препараттары алыу өсөн аҡса бик аҙ бүленә. Һоралған биш йөҙ миллион һумдың ни бары етмеш бише генә республикаға бирелгән. Һөҙөмтәлә бушлай тәьмин ителергә тейеш пациенттар ҡиммәтле дарыуҙарҙы үҙ иҫәбенә алырға мәжбүр.

“Льготалы граждандарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса эш дауам итә. Хәҙер һатып алыуҙар бара. Башҡортостандың сәләмәтлек министрлығын был һорауҙы контрольда тотоуын һәм ваҡыты менән отчет тапшырып тороуҙарын һорайым”.

Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры
Башбат

Президиум ултырышында яуаплы ведомствоға хәлде оҙаҡҡа һуҙмайынса көйләү бурысы ҡуйылды. Сөнки ташламалы дарыуҙарға дәғүә итеүсе граждандар республикала өс йөҙ меңдән ашыу. Уларҙың күптәре өсөн дарыуҙар йәшәү сығанағы. Ә улар ғәҙәттә сит илдәрҙән килтерелә һәм ябай кеше һатып алырлыҡ түгел.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ