Президиум ултырышында мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу программаһы ла ҡабул ителде. Уға ярашлы, республиканың белем биреү өлкәһен үҫтереүгә бер миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡаралған. Әгәр төбәк ҡаҙнаһынан быға тиклем дәүләт учреждениелары ғына төҙөкләндерелһә, быйыл муниципаль иҫәптәге мәктәптәр ҙә ремонтлана.
Шулай уҡ быйыл балаларҙың ялын ойоштороу урындарын төҙөкләндереү ҙә планлаштырыла. Быға тиклем аҡса яңыларын төҙөү өсөн генә бирелә ине.




