Законһыҙ кәсеп

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре автомобиль тәҙрәләрен йыуыуға тәғәйенләнгән шыйыҡса етештергән йәшерен цехты асыҡлаған. Тейешле ҡағиҙәләре үтәлмәгән тауар Шаҡша биҫтәһендә табылған.

Фото №1 - Законһыҙ кәсеп

Өҫтәүенә, эшҡыуарҙың уның менән һатыу итеү өсөн лицензияһы ла булмаған. Цех хеҙмәткәрҙәре махсус станоктарҙа шыйыҡса һала торған һауыттар эшләгән. Йәшерен кәсеп өсөн эшҡыуарға ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы янай.

Ваҡиға урынында беҙ әҙер продукцияға юлыҡтыҡ. Йәшерен шарттарҙа етештерелгән 13 мең литрға яҡын тауар тартып алынды, уларҙың 4 мең литрының составында спирт барлығы асыҡланды.

Эдуард Ситдиҡов, Рәсәй эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ