9 майҙа "Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй гражданлыҡ һәм патриотлыҡ акцияһы үтә

Сараның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында ҡан ҡойған, илебеҙгә азатлыҡ яулаған хәрбиҙәрҙе, тыл ветерандарын хөрмәтләп иҫкә алыу. Биш йыл элек башланған "Үлемһеҙ полк" акцияһы Рәсәй сиктәрен үтеп, сит ил тарафтарына ла тарала.

Фото №1 - 9 майҙа "Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй гражданлыҡ һәм патриотлыҡ акцияһы үтә

Бриллиант Һәүбән ҡыҙы Закирова Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, атаһы Билалов Һәүбән Ямалетдин улы хаҡында бай мәғлүмәт туплаған. Күп функциялы хеҙмәт күрһәтеү үҙәгендә уға бар мәғлүмәтте электрон хәтергә күсерергә ярҙам итәләр. Бар мәғлүмәт ташҡа баҫтырылып хәтер китабына индереләсәк.

“Был акция 25 апрелдән 8 майға тиклем дауам итә. “Үлемһеҙ полк” ҡатнашыусылары тураһында тулы мәғлүмәтте китапҡа индерәбеҙ”.

Әлфиә Фәтхетдинова, күп функциялы хеҙмәт күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәре

Мостай Кәрим исемендәге 158- cе башҡорт гимназияһы уҡыусылары патриотик рухта тәрбиәләнә. Бында уҡыусы һәр үҫмер ата-бабаларының Бөйөк Ватан һуғышында үткән данлы юлын өйрәнә. Гимназияның 9-сы cиныф уҡыусыһы Ислам Зөлҡәрнәев бәхетле ейән. Бөйөк Ватан һуғышы хәтирәләрен һаҡлаусы олатаһы Ғарифулла Фәтхетдинов иҫән-һау, Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын ҡаршыларға ниәтләй. Ейәне олатаһы тарихын класс сәғәтендә синыфташтарына бәйән иткән. Еңеү көнөндә "Үлемһеҙ полк" акцияһында гимназиялары менән бергә мотлаҡ ҡатнашасаҡтар.

“Йыл һайын, 9 май көндө, хәтеребеҙҙе яңыртып, һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙарыбыҙҙы иҫкә алып ошо акцияға барабыҙ”.

Айгөл Игелекова, Мостай Кәрим исемендәге 158-cе Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы

Хеҙмәткә өйрәтеү дәрестәрендә лә уҡыусылар Еңеү көнөндә үтәсәк "Үлемһеҙ полк" акцияһында порттреттар әҙерләү менән мәшғүл. Егеттәр ҡулында балта, бысҡы кеүек хеҙмәт ҡоралдары. Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың ейәне лә олатаһы портретын алып парадҡа барасаҡ. Ҡыҙҙар ҙа сарала әүҙем ҡатнашасаҡ. Улар Еңеү көнөндә яугир -яҙыусылар һәм шағирҙарҙың портреттарын тотоп, тигеҙ сафтарҙа үтәсәк.

“Еңеү көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Гимназияла портреттар яһайбыҙ һәм шулар менән бөтәбеҙ ҙә акцияға сығасаҡбыҙ”.

Гөлназ Әхмәтйәнова, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы
Башбат

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған парадта Рәсәй патриоттары төбәк ағзалары Советтар Союзы Геройҙары маршын да ойоштороласаҡ. Улар Башҡортостандың 285 Cоветтар Союзы Геройҙары портреттарын тотоп сафтарҙа үтәсәк.

Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы мөһөрө һуғылмаған ғаилә юҡтыр. Минең олоатайым Нөҡиулла Мөхтәр улы Хәйретдинов һуғыш башланыу менән хәрби хеҙмәткә алына. Алғы һыҙыҡта һуғыша. Артеллерияға боеприпастар ташый. Смоленск янында ауыр яралана. Ғүмере буйы йөрәгендә снаряд ярсығын йөрөттө. 95 йәшендә байыҡлыҡҡа күсте. "Үлемһеҙ полк" акцияһы Өфөлә 5 йыл рәттән үткәрелә. Бөтә Рәсәй гражданлыҡ һәм патриотизм акцияһы аша беҙ илебеҙгә азатлыҡ яулаған атай-олатйҙарыбыҙҙы онотмауыбыҙҙы, хөрмәтләп иҫкә алыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ