Башҡортостанда экологик өмәләр ваҡытында 16 тонна сүп-сар түгелгән

Башҡортостанда экологик өмәләр үтте. Сара ваҡытында 16 тонна сүп-сар түгелә. Был хаҡта республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Илдар Хадыев белдерҙе.

Билдәле булыуынса, республикала 4425 ағас ултыртылған. 84 мең кв. метр майҙанда юлдар, 33,6 м ҡоймалар төҙөкләндерелә. Министр белдереүенсә, Башҡортостанда төҙөкләндереү һәм таҙартыу эше уртаса 55 процентҡа үтәлгән.

Төбәктә экологик өмәләр дауам итә. Урамдарҙы ҡыйҙан таҙартыу эше 12 майҙа тамамланасаҡ.

Фото: Интернет