Бөгөн, 4 майға ҡараған төндә, Федоровка районында янғын сыға. Билдәле булыуынса, Алешкино ауылында йорт яна.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр оҙатыла. Асыҡланыуынса, ағас йорҡта, һарайға һәм автомобилгә ут тоҡанған була. Янғынды 04:55 сәғәткә һүндерергә өлгәшәләр.
Ваҡиға урынында дүрт берәмек техника һәм туғыҙ ҡотҡарыусы эшләй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике кеше һәләк булған. Сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Интернет




