Өфөлә юлдарҙы ремонтлау сәбәпле ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт итеү сикләнә

Орджоникидзе районында юлдарҙы капиталь ремонтлау эше дауам итә. Төҙөкләндереү эштәре Тыныслыҡ, Коммунарҙар, Ҡулса, Борисоглебская, Космонавтар урамында бара.

Фото №1 - Өфөлә юлдарҙы ремонтлау сәбәпле ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт итеү сикләнә

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Тыныслыҡ урамында эшселәр асфальттың өҫкө ҡатламын фрезалау , шулай уҡ иҫке бордюрҙарҙы һүтеү менән шөғөлләнә. Ҡулса урамында иһә яңы бордюрҙарҙы урынлаштыралар. Борисоглебская урамында ете берәмек техника юл ремонтлай, шулай уҡ яңы бордюрҙар урынлаштырыла.

Орджоникидзе районында быйылғы йылда 18 урамда юлдарҙы ремонтлау эше ҡаралған. Төҙөкләндереү эше барышын рәсми сайтта ҡарарға мөмкин. Ремонт эштәре дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ