Башҡортостанда билдәһеҙ йәнлек тауыҡтарға ташлана. Ваҡиға Октябрьский ҡалаһында теркәлә.
Билдәһеҙ йәнлектең һөжүм итеүе, ә халыҡ телендә уны чупакабра тип йөрөтәләр, Нарыш ауылында теркәлә. Серле хайуан тауыҡ һәм әтәстәр торған һарайға килә һәм бер нисә ҡошто һығып китә. Йәнлектең ерҙә ҙур тырнаҡлы эҙе ҡала.
"Шәхси секторҙа йәшәгәндәр иғтибарына, ҡала ситендә чупакабра йөрөй. Нарыш ауылы йорттарының береһендә тауыҡтарҙы һығып киткән», - тип яҙа урында йәшәүсе социаль селтәрҙә.
Урында йәшәүселәр ҡоштарҙы талап китеүсенең бер нисә вариантын ҡарай. Этме, әллә төлкөмө, тип аптырай халыҡ.






