«Аҡбуҙат» ипподромында яңы миҙгел асыла

5 майҙа ипподромда яңы миҙгел асыласаҡ. Шулай уҡ бер нисә приз уйнатыласаҡ. Инеү бушлай.

Өфө ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, приздар Бөйөк Еңеүгә ҡарата уйнатыласаҡ. Тамашасыларға экскурсия тәҡдим ителәсәк. Сарала килгән кешеләргә ипподром тураһында күберәк мәғлүмәт аласаҡ, шулай уҡ аттарҙа йөрөргә мөмкин буласаҡ.

Бынан тыш, музейға барырға форсат тыуасаҡ. Башлана 13:00 сәғәттә.