Әбйәлил районында полиция хеҙмәткәрҙәре пенсионер инәйгә урланған аҡсаһын табып бирә. Асыҡланыуынса, пенсия аҡсаһын инәйҙең улы урлаған була.
Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, оло йәштәге инәй баҡсала йөрөгән саҡта, уның улы килә. Өйҙән 13 000 һум аҡсаны алып сығып китә. Урланған аҡсаның ике мең һумына алкоголь эсемлек һатып ала.
Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Урланған аҡсаның өлөшөн пенсионерға ҡайтарып бирәләр. Ир йәшәгән ерҙән китмәҫкә яҙма йөкләмәһе аҫтында.
Фото: Интернет




