Бөйөк Еңеү көнөнә ҡарата автоуҙыш ойошторола. Сара Дуҫлыҡ Монументы янында сәғәт 12.00 башлана.
Сарала ҡатнашыусылар Дуҫлыҡ Монументы туҡталышы янында сәғәт 11:45 йыйыла. Автоуҙыш Дуҫлыҡ Монументынан башланып, С.Юлаев проспектында дауам итә һәм «Планета» сауҙа-ял итеү үҙәгендә тамамлана. Уҙыштан һуң Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынасаҡ.




