Быйылғы йылда ла күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү эше дауам итә. Ремонт эштәрен 238 йортта башҡарыу күҙаллана. Билдәләүҙәренсә, эшселәр заманса материалдар ҡулланып, йорт ҡыйыҡтарын алмаштыра.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ремонт барышында ҡыйыҡ тулыһынса заманса материалдар менән алмаштырыла. Был ҡыйыҡ баштарының хеҙмәтләндереүен ваҡытын тағы ла оҙайта. Төҙөкләндереү эштәре артабан да дауам итәсәк.




