Өфө районында йәшәүсе 37 йәшлек ир тикшереү изоляторына наркотиктар индерергә тырышҡан. Был хаҡта төбәк прокуратураһы хәбәр итә.
2018 йылдың февраль айында ғәйепләнеүсе билдәһеҙ кешенән наркотиктар һатып ала. Наркотикты аяҡ кейеменә һалып, тикшереү изоляторына килә һәм дуҫына тапшырырға уйлай. Ағыулы матдане тапшырыу мәлендә ир ҡулға алына.
Ҡулға алыныусы үҙ ғәйебен таный. Енәйәт эше Өфөнөң Ленин районы судына тапшырылған.




