Ғафури районы судына енәйәт эше тапшырылды. Красноусол ҡасабаһында йәшәүсе ике ир инә айыуға һәм уның балаһына законһыҙ рәүештә һунар итеүҙә ғәйепләнә. Был ҡылыҡтары тәбиғәткә 240 мең һум күләмендә зыян килтерә.
Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, уҙған йылдың сентябрь айында ғәйепләнеүселәр, рөхсәт ҡағыҙҙары булмайынса, һунарға сыға. Хайуандарҙың килеп сыҡҡанын көтөп ултырып, инә айыуҙы һәм уның балаһын мылтыҡтан атып үлтерәләр.
Зыянды ҡаплау маҡсатында һунарсылар милкенә бик һалына. Ҡулға алыныусылар үҙ ғәйептәрен танымай. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.
Фото: Интернет




