Башҡалала бурыслыларҙың автомобилдәрен сауҙаға сығаралар

Өфөлә май аҙағында бурыслыларҙың автомобилдәрен һатыуға сығарыу күҙаллана. Барлығы 21 машина сауҙаға сығарыласаҡ. Иң арзан автомобилдең башланғыс хаҡы 72 мең 500 һум күләмендә.

Был хаҡҡа 2005 йылғы ВАЗ 21140 автомобиле тәҡдим ителә. Иң юғары башланғыс хаҡ- 2007 йылғы Subaru Forester автомобиленеке. Уның хаҡы- 623 мең һум. Сауҙала, шулай уҡ, Daewoo Nexia, Daewoo Matiz, Chevrolet Aveo, Volkswagen Polo, Mitsubishi Carisma, SsangYong Actyon маркалы автомобилдәр ҡатнашасаҡ. Хаҡтар уртаса 116 мең һумдан алып 458 мең һумға тиклем.

Сауҙала ҡатнашыу өсөн 11 майға тиклем алдан яҙылыу кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте Torgi.gov сайтында һәм (347) 287-28-47 телефон һандары буйынса алырға мөмкин.

Фото: Интернет