Граждандарҙың мөрәжәғәттәре 20 эш көнө эсендә ҡаралырға тейеш. Элек 30 көн талап ителә ине. Ведомство етәкселәренә яуап биреү ваҡытын ҡыҫҡартыу бурысын "Һаҡсыл хөкүмәт" проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса координация советының беренсе ултырышында Республика башлығы ҡуйҙы.
Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда был йүнәлештәге эшмәкәрлек йыл башына старт алды. Күп осраҡта теге йәки был ведомствоға мөрәжәғәт иткән граждандарға бихисап бюрократик кәртәләр менән осрашырға тура килә. Йәғни кешеләр үҙ эшен асыу, йә фатирҙы үҙгәртеп ҡороу өсөн ай буйы документтар көтә, йә иһә кабинеттан кабинетҡа йөрөргә мәжбүр. "Һаҡсыл хөкүмәт" проекты кешеләрҙә өҫтәмә мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарырға һәм дәүләт хеҙмәттәрен алыу сифатын яҡшыртырға, ваҡытын ҡыҫҡартырға тейеш.
Әлегә тиклем республикала "Һаҡсыл поликлиника" программаһы эшләп килде. Уға ярашлы табиптар күберәк ваҡытын пациенттарға бүлергә тейеш, ҡағыҙ тултырыуға түге. Росатомдың проектына хәҙер республиканың 14 министрлығы һәм ведомствоһы ҡушылды, улар 40-тан ашыу йүнәлеш буйынса үҙ эшмәкәрлеген яҡшыртырға тейеш.




