Абҙаҡҡа - яңы балалар баҡсаһы

Белорет районы Абҙаҡ ауылында йәшәүселәр яңы балалар баҡсаһын көтә. Әлегә күп ата-әсәләр сабыйҙарына өйҙә генә тәрбиә бирергә мәжбүр. Урындағы белем усағында эшләп килгән ҡыҫҡа ваҡытлы төркөмдәргә тик етмеш балаға ғына урын бар. Кескәйҙәргә уңайлы шарттар ҡасан булдырылыр?!

Фото №1 - Абҙаҡҡа - яңы балалар баҡсаһы

Ралина Баймөхәмәтова тиҙҙән беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡ. Ҡыҙ һуңғы ай мәктәп янындағы ҡыҫҡа ваҡытлы төркөмдә шөғөлләнә. Ике йыл дауамында бында йөрөү ҡыҙға ыңғай тәьҫир итә, хәҙер ул иркенләп башҡорт һәм рус телдәрендә аралаша, һанай, яҙа белә. Иң мөһиме - үҙенә ышаныслы дуҫтар тапҡан. Көн әйләнәһенә тиҫтерҙәре менән рәхәтләнеп уйнап ваҡытын үткәрергә әҙер ул. Тик был әлегә тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял ғына.

– Сәғәт икелә ҡайтырға тейешбеҙ, тик беҙҙең ҡайтаһы килмәй. Иптәштәр менән уйнағыбыҙ килә. Сөнки бында рәхәт - пластилин әүәләйбеҙ һәм һүрәт төшөрәбеҙ, - ти Ралина Баймөхәмәтова.

Белорет районы Абҙаҡ ауылында балалар баҡсаһы бөтөнләй юҡ. Проблеманы өлөшләтә хәл итеү маҡсатында белем усағының ике кабинеты мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн йыһазландырыла. Бында айырым йоҡо урындары булдырылмаған, шуға ла төркөмдәр ярты көн генә эшләй. Кескәйҙәр өсөн ике тапҡыр туҡланыу ойошторолған.

“Балаларҙы мәктәпкә әҙерләп ебәрер өсөн беҙҙең белем усағы хакимиәте ошондай ҡарар сығарып, бында балаларҙы йөрөтәбеҙ. Ауылдан балаларҙы эшләгән әсәйҙәрҙекен алырға тырышабыҙ, тик әсәйҙәр бит бөтәһе лә эшләй! Бында эш урындары күп. Ауыл ҙур!”

Мөнирә Ишмурзина, тәрбиәсе

Бүлмәләр тар, уйынсыҡтар менән тулы, һәр ҡайһыһында ҡырҡҡа яҡын малай-ҡыҙ йөрөй. Йәш арауығы буйынса барлығы биш төркөм булдырылған.

Абҙаҡ ауылында мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны 250-гә еткән. Уларҙың 73-ө генә белем усағында асылған ҡыҫҡа ваҡытлы төркөмдәргә йөрөй. Был режимда кескәйҙәр 1999 йылдан алып тәрбиәләнә. Төшкө аштан һуң йоҡоға талмайҙар, ә уйнарға сығалар.

Саф һауаға сыҡҡас, малай-ҡыҙҙарҙың йоҡолары тиҙ ҡаса. Сәғәт көндөҙгө берҙән алып мәктәп янындағы биләмә балаларҙың шат тауыштарына күмелә башлай. Шуға ла ата-әсәләр билдәләүенсә, тулы ҡеүәттә эшләйәсәк балалар баҡсаһына ихтыяж ҙур. Киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Абҙаҡ ауылы халҡы республика башлығына ла мөрәжәғәт иткән.

“Әсәйҙәр эшләй алмай ултыралар. Барыһының да өләсәйҙәре лә юҡ. Тәжрибәле педагог, тәрбиәселәр бар, теләп тә йөрөр инек балалар баҡсаһы булһа, эшләр ҙә, йәшәр ҙә инек”.

Гөлиә Мәғәфүрова, Абҙаҡ ауылында йәшәүсе
Башбат

– Эштән китергә тура килде, сөнки балам бында сәғәт икегә тиклем генә. Хәҙер өйҙә ултырам. – тип зарлана Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Гөлнара Яласова. –

Балалар баҡсаһы төҙөлөшөн оҙаҡ йылдар көтәбеҙ, - тип өҫтәп ҡуя, шулай уҡ Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Флорида Мәғәсүмова.

Хәйер, бар ауыл халҡын борсоған проблема тиҙҙән хәл ителеүе ихтимал. Урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, яңы балалар баҡсаһының проект документацияһы әҙерләнгән. Тиҙҙән төҙөлөш эштәре башланыр тип көтөлә.

“Аукцион аша үтһә, июнь айында балалар баҡсаһын төҙөү башланырға тейеш. Төҙөлөш ун бер ай дауам итәсәк, 140 балаға урын ҡаралған”.

Хәмзә Мөхәмәҙиев, Абҙаҡ ауылы хакимиәте башлығы

Шулай ҙа был яңылыҡты ата-әсәләр ҡыуанып ҡабул итмәне. Яңы мәктәпкәсә учреждение өсөн бүленгән участка һаҙлыҡ урында урынлашҡан тип хафалана улар. Абҙаҡ ауылы хакимиәте етәкселеге билдәләүенсә, проект буйынса төҙөлөш алдынан был биләмәләге ерҙе ҡоротоу эштәре лә башҡарыласаҡ. Шуға ла алдан борсолорға кәрәкмәй.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ