Янғынға ҡаршы рейд

Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү оло фажиғәгә килтереүе ихтимал. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре республиканың баҡсасылыҡ ширҡәттәренә рейдҡа сыҡты. Профилактик саралар барышында улар халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында аңлатмалар тарата.

Фото №1 - Янғынға ҡаршы рейд

Көндәр йылыныу менән янғындарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар йыш ойошторола. Сөнки тап ошо осорҙа ут сығыу осраҡтары күбәйә. Күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында белгестәр баҡсасылыҡ ширҡәттәре буйлап рейдҡа сыҡты. Был юлы улар Шишмә районында урынлашҡан йәйге өйҙәр хужалары менән осрашты. "Нефтселәр-1" ширҡәтендә әле 650-нән ашыу йорт иҫәпләнә. Хужаларҙың янғын талаптарын теүәл үтәмәүе һөҙөмтәһендә бында бер нисә ут сығыу осрағы теркәлгән.

“4-5 йорт янды. Урамдар тар, бында янғын һүндереүсе машина үтә алмай. Бөтәһе лә ҡоймаларын урамға сығып төҙөп бөткәндәр”.

Йыһандар Ғәйнуллин, "Нефтселәр -1" баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе урынбаҫары

Яҙғы-йәйге миҙгелдә баҡсаларҙа янғын сығыу сәбәптәре етерлек. Беренсенән кешеләр был осорҙа сүп-сар өйөмдәрен яғырға күнеккән, шулай уҡ балаларҙың ут менән шаярыуы, электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш оло бәләгә килтереүе мөмкин. Бынан тыш та, "ҡыҙыл әтәс" хужаларҙы уйламаған урындарҙа һағалай.

Халыҡ менән осрашыу барышында белгестәр хәүефһеҙлек сараларын иҫкәртеүсе аңлатмалар таратты. Шулай уҡ улар төтөнгә сигнал биреүсе ҡоролмалар һатып алырға кәңәш итте. Әлеге ваҡытта бындай приборҙар имен булмаған һәм күп балалы ғаиләләргә бушлай ҡуйыла. Бының өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан сығымдар бүленгән.

“Был бик кәрәкле ҡоролма. Әгәр өйҙә төтөн сыҡһа, аппарат быны һиҙә һәм тауыш сигналын бирә. Бер батарейка бер йылға етә”.

Рәшит Үләмәев, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының уҡытыу-методика үҙәге уҡытыусыһы

Йыл башынан республикала 1 мең 200-гә яҡын янғын сығыу осрағы теркәлгән. Уларҙа 101 кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 87 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында белгестәр профилактик сараларҙы артабан да ойоштороп торорға ниәтләй.

Башбат

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ