Ростов өлкәһендәге хәтер вахтаһы барышында 41 яугирҙың һөйәктәре күтәрелгән

Ростов, Волгоград өлкәләренең һәм Башҡортостан эҙәрмәндәренең йыйылма отряды Бөйөк еңеүҙең 73 йыллығына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәре буйлап үтте. Әлеге ваҡытта табылған 41 яугир араһынан унауһының шәхестәре асыҡланған.

Фото №1 - Ростов өлкәһендәге хәтер вахтаһы барышында 41 яугирҙың һөйәктәре күтәрелгән

Хәҙер белгестәр ҡалғандарының исемдәрен билдәләү буйынса эш башҡарасаҡ. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың һөйәктәрн табыуы бер, уларҙың исемдәрен асыҡлауы ауырға тура килә, ти Ростов өлкәһендә йәшәүсе билдәле яҡташыбыҙ, отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов.

“Әлеге ваҡытта 41 ҡәбер табылды. Унауһының исеме бар, ҡалғандарыныҡы юҡ. Фляжка табылды, унда башҡорт исеме яҙылған, әммә уҡып булмай, әле таҙарталар. Партия билеты табылды, биттәре бер-береһенә йәбешкән, әле асып булмай. Бер-нисә көндән барыһын да асыҡларбыҙ”.

Мәхмүт Сәлимов, отставкалағы подполковник, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы

Батырҙар ҡалҡыулығында башын һалған яугирҙар 21 июндә Обливский районында ҡәҙерләп ҡабаттан ерләнәсәк. Тарихи сараға Башҡортостан вәкилдәре лә саҡырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ