Яу яланында башын һалған етмеш яугир иҫтәлегенә етмеш ҡарағай

Өфөнөң тимер юлы транспорты техникумында белем алыусылар уҡыу йорто алдындағы аллеяны яңы ағастар менән тулыландырҙы. Еңеү көнөнә арналған сарала Дим районы хакимиәте етәкселеге, тимекр юлы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.

Фото №1 - Яу яланында башын һалған етмеш яугир иҫтәлегенә етмеш ҡарағай

Дим биҫтәһендәге станция һуғыштың өнһөҙ шаһиты. Яуға оҙатҡанда айырылышыу хәсрәте лә, фронттан еңеү яулап ҡайтыусыларҙы ҡаршы алыу шатлығы ла тимер юлына бәйле.

Дим станцияһы депоһынан ғына һуғышҡа 143 ир-егет алына. Уларҙың 70 -е яуҙа башын һала. Аллеяға ултыртылған етмеш ҡарағай ҙа улар иҫтәлегенә.

(Миңлегөл Сәләхова, Өфө тимер юлы транспорты техникумының физика уҡытыусыһы) “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында минең ҡартатайым адьютант булып хеҙмәт иткән. Шуға ла мин был дивизияның бөтә тарихын беләм. Йәштәр был тарихты мотлаҡ рәүештә белергә тейеш. Кеше тарихын белмәһә, уның киләсәге лә юҡ, тип уйлайым”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ