Бөгөн Милли музейҙа ошо исем аҫтында күргәҙмә асылды. Экспозицияла крайҙы өйрәнеүсе һәм фольклор йыйыусы Владимир Буравцовтың шәхси коллекцияһынан хәрби темаға открыткалар, почта карточкалары тәҡдим ителә.
Үҙенсәлекле коллекцияла "Һуғыш алдынан", "Брест ҡәлғәһе", "Ленинград блокадаһы","Партизандар" һәм башҡа темаларға тарихи открыткалар йыйылған. Владимир Николаевич уларҙы йылдар дауамында туплаған.
(Владимир Буравцов, фольклорсы, крайҙы өйрәнеүсе) Үҙемдең күңелемә оҡшағандарын ғына һайлап йыйҙым. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫая барған һайын ул ваҡытты бар дөрөҫлөгөндә күрһәтә алыу өсөн тарихи ҡомартҡылар булыуы оло әһәмиәткә эйә тип уйлайым.




