Баймаҡта Буранбай Исҡужиндың хәтер кисәһе үтте

Күренекле, йор һүҙле яҙыусы Буранбай Исҡужиндың исеме уның ижадын һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ҡәләм оҫтаһының тормошо төрлө ҡаршылыҡтарҙан тороуы ла ижадсы хаҡында күп фекерҙәр ҡалдырҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Буранбай Исҡужиндың ижады Баймаҡ ере менән бәйле. Ошо көндәрҙә уның тыуған ауылы Байышта яҙыусының Хәтер кисәһе үтте.

Фото №1 - Баймаҡта Буранбай Исҡужиндың хәтер кисәһе үтте

Яҡташ шағир, яҙыусы, драматург Буранбай Исҡужиндың тыуған ауылы Байышта уға арналған Хәтер кисәһе үтте. Яҡташтарыбыҙ Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбайҙар менән бер ҡатарҙан ижад иткән яҙыусы үҙе йәшәгән осорҙа районда Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар берлектәре ағзаһы булған берҙән-бер шәхес булды. “Хәтер һаҡлай, хәтер мәңгелек” исемле сарала ауыл китапханасыһы Наилә Сөләймәнова сәсәндәр бәйгеһен ойошторҙо.

“Буранбай Исҡужин беҙҙең ауылдаш. Беҙ бер ҡасан да уның ижадына, тормошона битараф булманыҡ. Һау сағында икебеҙ бергә юбилейҙарын үткәреп торҙоҡ. Шағир баҡыйлыҡҡа күскәс, хәтер кисәләрен ойошторабыҙ”.

Наилә Сөләймәнова, китапханасы

Буранбай Исҡужиндың эшен мәңгеләштереү маҡсатында Байыш ауылынан Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультеты студенты Көнһылыу Маликова диплом эшен яҡташының ижадына бағышлай. Кисәлә мәктәп уҡыусыһы Мәфтүнә Сөләймәнова “Буранбай Исҡужиндың шиғриәтендә тел-стиль үҙенсәлектәре” исемле фәнни-тикшеренеү эше менән таныштырҙы.

“Уҡыусыларыбыҙ менән Буранбай Исҡужиндың ижадын яратып уҡыйбыҙ, ихтирам итәбеҙ. Уның шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурстар үткәреп торабыҙ. Иң ҙур ҡыуаныс – уҡыусылар Буранбай Исҡужиндың ижады буйынса ғилми тикшеренеүҙәр эшләйҙәр”.

Нурия Мортазина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Былтыр шағирҙың 65 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡыҙы Зифа Ғәҙелшинаның тырышлығы менән Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яҡташыбыҙҙың “Салауат сәләме” исемле китабы донъя күрҙе. Был хаҡта мәрхүм шағирҙың тормош иптәше Хазина Исҡужина ғорурланып һөйләне. Кисә һуңында шағирҙың ҡәберенә ауылдаштарының берҙәмлеге һөҙөмтәһендә эшләтелгән ҡәбер ташы ҡуйылды.

“Ҡәбер ташын яңыртыу инициативаһы былтыр уҡ ауыл советында хупланғайны. Юбилейына ҡуйып өлгөрмәнек, һуң булһа ла вәғәҙәбеҙҙе үтәп, был эште тамамлап ҡуйҙыҡ”.

Фәйзи Рәхмәтуллин, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы
Башбат

Артабан Хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар мәктәптә аят ашынан ауыҙ итте, ауылдың имам-хатибы Йосоп Кәримов шағир рухына Ҡөръәндән аят бағышланы.

Автор: Айгөл Иҙелбаева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ