Спорт фестивале

Красная Горка ауылында Бөйөк Еңеүҙең 73-сө йыллығына бағышланған спорт фестивале үтте.

Фото №1 - Спорт фестивале

Ярышта Нуриман һәм Иглин райондарында йәшәүсе өлкән йәштәгеләр ҡатнашты. Фестиваль "Шаян старттар" формаһында ойошторолдо. Спорт сараһында шахмат буйынса турнир ойошторолдо. Ике команда ваҡытҡа ҡоршау менән туп тәгәрәтте, самокатта ярышты, кәрзингә туп индерҙе. Ярышҡа килеүселәр төбәктән фронтҡа китеүселәпрҙе хөрмәтләп иҫкә алды. Хаҡлы ялдағылар совет заманында ГТО нормаларын үтәгән һәм спорт менән әле лә әүҙем шөғөлләнә , сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара.

Спорт менән йәш саҡтан бирле шөғөлләнәм, айырыуса гимнастиканы яҡын күрәм. Был спорт комплексына өсөнсө йыл йөрөйөм. Беҙҙең түңәрәктә егерме кеше шөғөлләнә, аҙнаһына ике тапҡыр киләбеҙ”.

Гөлсәсәк Хәйруллина, спорт фестивалендә ҡатнашыусы

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ