Ике тапҡыр Советтар Союзы геройы , легендар летчик Муса Гәрәевтең йәшәгән йортонда төшөрөлгән һүрәт ниһәйәт тергеҙелә башланы. Еңеүҙең етмеш йыллығына эшләнгән граффити ҡойола башағайны. Уны тәртиптә тоторға тейеш яуаплы ведомствоның да булмауы асыҡланды. Ветерандар советы, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм йортта йәшәүселәрҙең тырышлығы менән улар ниһәйәт табылды. Әле фотоһүрәт тулыһынса яңынан төшөрөлә. Эштәр барышы менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды.
Яңы буяуҙар менән төшөрөлгән граффитила Муса Гәрәев тағы ла ихласыраҡ йылмайған кеүек. Күк тә зәңгәрерәк, самолеттар ҙа бейегерәк оса. Әйтерһең дә легендар летчик Еңеү парадына әҙерләнгән.
Ә бит күптән түгел генә геройыбыҙ портреты ғорурлыҡ урынына, бәхәс объектына әйләнгәйне. Буяуҙарҙың ҡубып төшә башлауын ихатала йәшәүселәр легендар летчик йөҙөн бысратыуға тиңләне. Йорт эргәһенән үткәндә лә йөрәк әрней ине, ти улар.
Йәмәғәтселек тырышлығы менән һүрәтте тәртиптә тотасаҡ хеҙмәттәр ниһәйәт табылған. Киров районы хакимиәте был яуаплылыҡты йортто хеҙмәтләндереүсе идарасы ойошмаға йөкмәткән.
Муса Гәрәев һүрәте 2015 йылда Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына арнап эшләнде. Ҡасандыр был йортта легендар летчик үҙе лә йәшәгән. Граффити оҫталары уны байрамға өлгөртәм тип ҡабалан эшләне. Ләкин беҙҙең яҡтан технология боҙолманы, буяуҙар ҙа сифатлы, тип ышандыра рәссамдар. Хәҙер иһә бар хаталар ҙа күҙ уңында тотолған. Буяуҙарҙың ҙа оҙаҡҡа етәрлеге ҡулланылған.
Граффити оҫтаһы әйтеүенсә, һүрәтте тергеҙеү еңелдән түгел. Хәҙер уларға коммуналь хеҙмәттәрҙең быға тиклемге хаталарын да төҙәтергә, портретты ла өр-яңынан төшөрөргә кәрәк буласаҡ. Портретты өлөшләтә генә тергеҙеү мөмкин түгел.




