Балалар "үлемһеҙ полк"та

Булгаков ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашты. Сара мәктәпкәсә учреждениела икенсегә ойошторолдо. Байрамда хәрби темаға йырҙар яңғыраны , сабыйҙар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың портреттарын тотоп атланы.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Кескәйҙәрҙең ҡулдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олаталарының фотоһүрәттәре. Ә ҡайһы берҙәрендә тыуған һәм вафат булған йылдары ғына билдәләнгән. Иң мөһиме -еребеҙгә тыныслыҡ килтереүселәрҙең исемдәре мәңге онотолмаҫҡа тейеш. Тап ошо маҡсатта Булгаков ауылы балалар баҡсаһында "Үлемһеҙ полк" акцияһы икенсе тапҡыр ойошторола.

Патриотик тәрбиә тураһында һүҙ алып барғанда мәктәпте күҙ уңында тоторға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Әммә уға балалр баҡсаһында уҡ нигеҙ һалына. Был сараны уҙғарыу йолаға әүрелер тип уйлайым һәм беҙ уны йыл һайын ойошторасаҡбыҙ.

Юлия Монастырева, балалар баҡсаһы мөдире

Портреттарҙы юғары күтәреп сабыйҙар маршта атланы. Строй аҙымына улар физкультура дәресендә өйрәнгән. Акцияны ойоштороуҙа тәрбиәселәрҙән тыш ата-әсәләр әүҙемлек күрһәткән. Улар тырышлығы менән "Хәтер полотноһы" эшләнгән.

Вера Кузьмина: “Олатай-өләсәйҙәребеҙҙе иҫкә төшөрөргә, Еңеү байрамының әһәмиәтен тағы бер тойорға мөмкинселек биргән өсөн балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ”.

Мәктәпкәсә учреждениелағы сарала 500 -гә яҡын кеше ҡатнашты. Улар бергәләп 9 май көндө еңеүселәрҙең портреттары менән Өфөлә үтәсәк "Үлемһеҙ полк" акцияһына ҡушылмаҡсы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ