Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров юбилей кисәһенә саҡыра

16 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Алмас Әмиров ижадташ дуҫтарын йыйып, юморға бай тамаша ойоштора. Сара барышында үҙе ҡуйған һәм уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр, ҡыҙыҡлы сәхнәләштереүҙәр буласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров юбилей кисәһенә саҡыра

Шулай уҡ Алмас Хәҙис улы тамашасылар алдына яңғыҙ сығып та, шаяртыуҙары аша барыһын да көлдөрөргә йыйына. Сәхнә оҫтаһын алтын юбилейы менән ҡотларға билдәле йырсылар, рок, джаз төркөмдәре лә киләсәк. Әлегә ике сәғәт ярымлыҡ тамашаға әҙерлек етди бара, артистар көн һайын репетицияларҙа.

Бер хыял бар ине - сәнғәт училищеһында, институтында уҡығанда, ғөмүмән ижади тормош юлымда осраған дуҫтарымды бер кисәлә йыйып, бергә сығыш яһарға ине. Шул фекер менән әле лә йәшәйем. Ошо кисәлә барлыҡ дуҫтарымды йыйып, саҡ ҡына хулиганлыҡ күрһәтергә ине.

Алмас Әмиров, Башҡортостандың халыҡ артисы

Алмас Әмировтың Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлауына сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Алтын юбилейын ҡаршылаусы артист барлығы йөҙҙән ашыу роль башҡарған, тамашасыларҙы ул тағы ла яңы образдары менән ҡыуандырырға ниәтләй. Күп яҡлап талант эйәһе хаҡында хеҙмәттәштәре лә тик яҡшы фекерҙә.

Ул бәхәскә инә торған кеше түгел, уның менән һүҙгә килешкән юҡ. Ул яҡтан тыныс эшләнелде. Кешеләге булараҡ ыңғай энергия ул бит тамашасыларға ла тарала, артист ысынлап та ыңғай энергия таратырға тейеш, шуның өсөн бит ул тамашасынан юғарыраҡ сәхнәгә күтәрелә.

ИЛДАР ҒҮМӘРОВ БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ АРТИСЫ

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ