Миәкә хужалыҡтары юғары төшөмлө культуралар үҫтереүгә күсә

Быйыл районда 200-ләп сорт һынау үтәсәк. Был турала аграрийҙар бөгөн эш сәфәре барышында Республика Башлығына белдерҙе. Төбәктә әле баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Бынан тыш, социаль проблемалар ҙа хәл ителә. Әммә Миәкәләрҙе урындағы продукцияның ҙур сауҙа селтәрҙәренә үтә алмауы, туризм менән бәйле проблемалар борсой. Улар хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.

Яҙҙың бер көнө ҡышты туйҙыра тиһәләр ҙә, баҙар шарттарын иҫәпкә алмағанда, киреһенсә булыуы ла мөмкин. Йәғни, бөгөн баҫыуҙарға ихтыяж менән файҙаланылған, юғары төшөмлө сорттар сәсеү талап ителә. Һүҙ ноҡот, борсаҡ, киндер кеүек культуралар хаҡында бара. Тәжрибә күрһәтеүенсә, игендән юғары табыш алып булмай, хатта, зыянға эшләгән хужалыҡтар ҙа бар. Миәкәнең"Маяҡ" хужалығы ла ноҡот сәсә башлаған, әлбиттә, традицион культуралар ҙа үҫтерелә. Маяҡтар ҡышты юғалтыуһыҙ сыҡҡан, ҡар йоҡа булыуға ҡарамаҫтан, ужым культуралары туңмаған.

2000 гектар иген культураларына ҡаралған, алты мең гектар техник культураларға бүленгән. Кисә көнбағышҡа төштөк. Бөгөн һоло менән борсаҡ сәсәбеҙ. Былтырҙан башлап наутил технологияһын ҡулланабыҙ.

Рөстәм Тажетдинов, "Маяҡ" хужалығы етәксеһе

"Маяҡ" электән "Геофизика" предприятиеһының ярҙамсыл хужалығы, йәғни, ялан батырҙары сәнәғәтселәрҙе ит-һөт менән тәьмин итә. Киләсәктә завод ашханаһына тапшырылған продукция төрҙәрен арттырыу бурысы тора.

"Нива" предприятиеһы баҫыуҙарында ла эш ҡайнай. Техника, яғыулыҡ-майлау материалдары менән проблема юҡ. Ер хужалары менән һөйләшеүҙә һүҙ күберәк ауыл яҙмышы хаҡында барҙы. Бөтә уңайлыҡтар бар, тик өлкәндәр йәштәр төбәктә ҡалмай тип борсола. Район үҙәгендә иһә киреһенсә, халыҡ иҫәбе арта, яңы биҫтәләр ҡалҡып сыға. Мәҫәлән, "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы өс йыл элек асылған, бинала һәм биләмәлә кескәйҙәрҙең үҫеше өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Велосипед юлына тиклем һалынған. Мәктәпкәсә учреждениеға 120 бала йөрөй, әммә ихтыяж һаман бар. Сөнки Ҡырғыҙ-Миәкәнең был яғында йәштәр күпләп йорт һала, әле төҙөлөш өсөн тағы 700-ҙән ашыу участка әҙерләнгән. Белгестәр әйтеүенсә, районда өс йәштән ҙурыраҡ балаларға урын етерлек, тик йәш ярымдан һуң эшкә сығырға теләүсе әсәйҙәр ҙә бар.

Республика башлығы мәғариф учреждениеларын киләсәк ихтыяжды иҫәпкә алып, демографик күрһәткестәрҙе күҙ уңында тотоп проектлау, төҙөү бурысын ҡуйҙы. Юғиһә, балалар баҡсаларында, белем усаҡтарында урын етмәү проблемаһын хәл итеү ауырға төшәсәк.

Район үҙәгендәге 2-се белем усағы ла тулыһынса яңыртылған, иҫке мәктәптән ҡоро стеналар ғына тороп ҡалған. Әле бында 400-ҙән ашыу уҡыусы белем ала.

Мәктәп 1972 йылда төҙөлгән, бөгөнгә тиклем бында берҙе лә ремонт яһалғаны юҡ. Хәҙер бина йылытылды, яҡтырҙы. Уҡыусылар матур шарттарҙа белем ала.

Лиза Сәхәпова, Миәкә районы хакимиәтенең бүлек мөдире

Өс йыл буйы дауам иткән ремонт 14 миллион һумға төшкән, был суммаға ҡыйыҡты, ишек-тәҙрәләрҙе, йыһаздарҙы алмаштырыу, видео, янығын иҫкәртеү ҡоролмалары урынлаштырыу ингән. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был сағыштырмаса әҙ аҡсаға яҡшы капиталь ремонт яһауҙың матур өлгөһө. Педагогтарҙы аутсорсинг мннә бәйле проблема борсой. Мәктәптең үҙ йәшелсә баҡсаһы буш ята, сөнки хәҙер үҙ продукцияға ихтыяж юҡ. Икенсенән, туҡланыу хаҡы артҡан. Миәкәләр әйтеүенсә, был алым ауыл ере өсөн ҡулай түгел. Республика башлығы проблеманы аныҡ дәлилдәр менән иҫбатлау бурысын ҡуйҙы.

Ауыл ере өсөн төп проблемаларҙың береһе эш урыны, бөгөн күптәр йүнселдәргә ҡарап тора. Мәҫәлән, Нурғәлиевтар Миәкәлә профнастил эшләү менән шөғөлләнә. Продукцияға һорау ҙур. Ә бына район депутаттарын ерле продукцияның ҙур селтәрҙәргә сыға алмауы борсой. Шул уҡ Миәкә балығын ҙур магазиндарҙа табып булмай. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, был йүнәлештә эш алып барыла.

Ауыл ерендә бөгөн ҡаланан кәм йәшәмәйҙәр, барлыҡ шарттар, уңайлыҡтар бар. Ә йүнселдәргә, тырыштарға республика етәкселеге һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.

Автор: Рәмзиә Кәримова.