ЮХХДИ хәбәр итә

Һуңғы тәүлектә республикала теркәлгән юл-транспорт фажиғәләрендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө, тиҫтәнән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алды.

Фото №1 - ЮХХДИ хәбәр итә

Үлемесле аварияларҙың береһе "Һамар-Өфө-Силәбе" трассаһының Шишмә районы участкаһында теркәлде. Әлегә билдәле булмаған сәбәп менән Благорвар районынан 21 йәшлек водитель "Дэу Нексия" автомобиленә идара итеү һәләтен юғалтып, трассанан ситкә оса. Түңкәрелгән транспорт сараһы хужаһы фажиғә урынында һәләк була.

Ошондай уҡ сәбәп менән Белорет районында ла кеше ғүмере өҙөлдө. Баш ҡаланан "Лада Гранта" автомобиле "Өфө-Инйәр-Белорет" трассаһында юлдан төшөп китә. Авария һөҙөмтәһендә 32 йәшлек пасссжир алынған йәрәхәттәрҙән вафат була. Тағы ла 50 йәшлек ир күп төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Водитель зыян күрмәгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ