Кушнаренко районында Фазылйән Әхмәлетдиновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтә. Герой иҫтәлегенә Әхмәт ауылында ҙур концерт программаһы әҙерләнде. Уның сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡәберенә сәскәләр һалынды, шишмәгә Герой исеме бирелде. Ауыл урамы буйлап "Үлемһеҙ полк" парады үтте.
Йортҡа килеп инеү менән үҙеңде музейға эләккәндәй тояһың. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын сағылдырған күренеш: һалдат кейемдәре, хаттар, аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр. Атай хәтирәләрен ҡәҙерләп һаҡлаған балалары алмашлап, төрлө яҡтан килгән мәктәп уҡыусыларына, яҡташтарына бай йөкмәткеле экскурсия ойоштора.
Ун балаға ғүмер биргән Әхмәлетдиновтарҙың йорт нигеҙе ныҡлы. Гүйә, кисә генә ихатала уйнап йөрөгән ун балаһы ситкә таралышмаған да, һаман да ата-әсә йортонда иркәләнә, улар менән хаҡлы ғорурлана. Фазылйән Фазыл улы Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа алына. Ауыр һуғыш йылдарында буласаҡ тормош иптәше менән таныша, Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ бишенсе йылдың мартында уға тиңһеҙ батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән Фазылйән Әхмәлетдиновтың йорто бөгөн бала-саға тауышына күмелгән. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләренең һаны биш тиҫтәнән ашҡан. Йыл һайын шәжәрә ағасы арта ғына, тип һөйөнә улар.
Советтар Союзы геройының тыуыуына йөҙ тулыу уңайынан ауылдағы шишмә сүп-сарҙан таҙартылып, уның исеме бирелде. Сөнки Фазылйән Фазлый улы үҙе тере саҡта шул шишмәгә йөрөп, уның һыуын эсергә яратҡан.
Һуғыштан һуң Фазылйән Әхмәлетдинов ауыл мәктәбендә байтаҡ йылдар директор урынбаҫары булып эшләй. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Шуға ла бөтә ауыл халҡы өсөн Советтар Союзы геройы үҙ миҫалында өлгө булып тора.
Герой йәшәгән йорттан халыҡ ағымы өҙөлмәй, тирә-яҡта йәнлелек.
Еңеү көнө алдынан Әхмәт ауылында уҙғарылған байрам туғандарҙы, яҡташтарҙы бер майҙанға йыйҙы. "Үлемһеҙ полк" акцияһы урам буйлап уҙып, тыныслыҡ өсөн үҙ көстәрен һалған яугирҙарҙы иҫкә алды.




