Эҙәрмәндәр отрядтары хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы асыҡлауын дауам итә

Был эштә уларға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары, ейәндәре ярҙамға килә. Һалдаттар тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр яу яланында ятып ҡалған яугирҙарҙың ҡәберлектәрен табыуға булышлыҡ итә.

Фото №1 - Эҙәрмәндәр отрядтары хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы асыҡлауын дауам итә

Өфөлә Бөйөк Еңеү көнө алдынан эҙәрмәндәр орядтары халыҡ менән осрашып, йәнле әңгәмә ҡорҙо. Зәйтүнә Вәлиеваның да яҡын кешеһе хәбәрһеҙ юғалған. Оло йәштәге ханым ҡәберлекте табыуҙы үҙ бурысы һанай.

Ул китте майҙа, мин тыуҙым август айында. Атайымды күрмәнем дә, фото буйынса ғына беләм. Табылһа ине, ерләнгән ерен барып күрермен.

Зәйтүнә Вәлиева, Өфөлә йәшәүсе

Эҙәрмәндәр отрядтары Баш ҡала халҡына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын сағылдырған күргәҙмә лә тәҡдим итте. Бай йөкмәткеле экспозицияла ҡыҙыҡлы экспонаттар, һуғыш йылдарында сыҡҡан гәзиттәр, һалдат хаттары тупланған. Сараға килеүселәр үҙҙәре һалдат шинелдәрен, ҡоралдарын тотоп, иҫтәлеккә фото төштө.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ