Еңеү байрамы хөрмәтенә автосәйәхәт

Башҡортостандың махсус тәғәйенләнеш отрядтары һәм һауа-десант ғәскәрҙәре ветеран ойошмалары ҡорос аттарҙа Өфө буйлап үтте.

Сараның маҡсаты илебеҙгә Еңеү яҙы бүләк иткән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеү. Автоколонна "Дуҫлыҡ монументы"нан ҡуҙғалып "Еңеү паркы"нда тамамланды.

Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Миңлеғәле Шайморатов һәм Таһир Күсимов һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Фронтҡа 700 мең самаһы ул һәм ҡыҙын оҙатҡан Башҡортостан еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерҙе.

Ата-олатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтарында баш эйәбеҙ һәм йәш быуынды улар рухында тәрбиәләү мөһим, ти сәйәхәтте ойоштороусылар.