Акцияға башлыса ғаиләлеләр ҡушылды. Һәр ҡатнашыусыға ағасты ултыртҡандан һуң сертификат тапшырылды. Документ, ағастың кем тарафынан ултыртылғанын дәлилләй. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡаланы йәшелләндереү өсөн үҙ өлөшөн индереүселәргә был тағы ла яуаплылыҡ өҫтәй.
Өфөнөң Совет районы ағас үҫентеләрен ултыртыу акцияһын йыл һайын уҙғарырға иҫәп тота, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы иҫкә алыу сараһында һәр кем ҡатнаша ала.




