Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан ойошторолған шәмбе өмәһендә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәштәр ағас, ҡыуаҡлыҡтар араһында сүп-сар йыйҙы, ҡороған ботаҡ, түмәрҙәрҙе сығарҙы. Шулай уҡ йығылған ағастар ҙа бысылды.
Баш ҡаланың Шота Руставели һәм Адмирал Макаров урамдары араһында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһына нигеҙ 19 быуатта уҡ һалына. Заманында ул Өфө урман техникумына, һуңғараҡ юғары уҡыу йорттарына ҡарай. Дендропаркта һирәк осрай торған ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙың 100-ҙән ашыу төрө бар.
Дендропарктың майҙаны ҙур - яҡынса 24 гектар самаһы. Бында тиҫтәнән ашыу тейен барлығы ла билдәле. Тарихи урын бөгөн халыҡтың яратҡан ял итеү майҙаны ла, ҡала эсендәге бәләкәй урман да. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев та дендропарк биләмәһен тәртипкә килтереүҙә ҡатнашып, экологик ацияларҙы даими уҙғарыу мөһимлеген билдәләне.




