Бөгөн Өфөлә сираттағы "төрлө төҫтәге" өмә үтте

"Таҙа Өфө" йәмәғәт хәйриә проекты тарафынан ойошторолған акцияны был юлы Орджоникидзе районы ҡабул итте.

"Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексы янындағы тау битләүен сүп-сарҙан таҙартыуға төрлө сәйәси партиялар вәкилдәре әүҙем ҡушылды. Экологик өмәлә барлығы 18 фирҡә һәм йәмәғәт берләшмәләренән 200-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашты.

Сараға килеүселәрҙе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова тәбрикләне. Ул тыуған тәбиғәткә битараф булмаусыларға рәхмәтен еткерҙе.

"Биатолон" комплексы эргәһендәге майҙансыҡ Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәрҙең яратҡан ял урыны. Әммә йыш ҡына бында килеүселәрҙең артынан сүп-сар өйөмдәре ҡала. Шуға ла акцияла ҡатнашыусылар баш ҡала халҡын таҙартҡан урында түгел, ә бысратмаған ерҙә таҙа булыуы хаҡында онотмаҫҡа саҡырҙы.