Йәшә шишмә!

Ошондай исем аҫтында Хәйбулла районында Рус география йәмғиәтенең башҡорт бүлексәһе тарафынан акция старт алды. Ул республиканың йөҙ йыллығына арнала. Тәүгеләрҙән булып сараға Вәлит ауылы халҡы ҡушылды.

Фото №1 - Йәшә шишмә!

Шүрәле шишмәһе, Ҡараһаҙ, Сырауташ, Ташмәсет, Башмаҡ ҡойоһо, йылға башында булған Аҡҡүл шишмәһе... Вәлит ауылы бик уңайлы ерҙә урынлашҡан. Бында һәр бер урында тиерлек шишмә урғыла. Ошо ятҡылыҡтар төбөнән һыу сыға. Шуның өсөн ниндәй генә ҡоролоҡ булһа ла, йылға һыуы кипмәй. Ауылдың ағинәйе Зифа Йәҙеһәрова әйтеүенсә, был тирә-йүндең атамаһының тарихы ла бай.

Ошо йылға буйына аттар килеп һыу эсеп йөрөгәндәр. Шул аттар араһында бик матур ҡашҡа айғыр булған. Айғырға йәштәрҙең күҙҙәре төшкән һәм улар уны тоторға булғандар. Әммә булдыра алмағандар.

Зифа Йәҙеһәрова, Ағинәй

Рус география йәмғиәте иғлан иткән акцияға тәүгеләрҙән булып Вәлиттәрҙең ҡушылыуы осраҡлы түгел. Ауылдың тирә-йүне ысынлап та, сығанаҡтарға бик бай. Ауыл халҡы иһә урындағы ер-һыу атамаларына, риүәйәттәргә һаҡсыл ҡарашта булырға, йәш быуынға еткерергә тырыша.

Акция сиктәрендә вәлиттәр шишмә тирәһен тәртипкә килтерҙе. Мәктәп уҡыусылары менән берлектә һыу сығанаҡтары, уларҙы һаҡлау, өйрәнеү кәрәклеге тураһында һүҙ алып барҙы. Сара һуңынан күңелле һөйләшеү шишмә һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе артында дауам итте.

Көҙ етһә беҙ балалар менән андыҙ, әлморон, ҡомалаҡ йыябыҙ.

Зөлхиә Әйүпова, акция ҡатнашыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ